САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Март 2020, 11:49

ТЫУҒАН ИЛЕБЕҘҘЕҢ АЛЫҪ ЕРЕНДӘ

Таныш трассага,
йәки Хәсән – Владивосток автобусы водителенең миңә Нарва тоннелен фотоға һәм видеоға төшөрөргә рөхсәт итеүе хаҡында
Приморьеның Хәсән районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Андрей Карповты эҙләүҙән файҙа булманы. Шәмбе ине, учреждение эшләмәй. Телефонын һүндереп ҡуйған.
Ярый, Славянка ҡалаһы, һиңә һис үпкәм юҡ, киреһенсә, һин миңә, мин армияла хеҙмәт иткән зайсановка яғы кеүек үк, бик ҡунаҡсыл булдың, Владивостокка ҡайтырға кәрәк. Хәсәндан автобус инде килгән. Тик водителе бик ҡырыҫ кеүек күренде. Нарва автомобиль юлы тоннелен фотоға һәм видеоға төшөрөргә биш минут ваҡыт бирмәҫме икән ни?!.
Матур һәм күңелемә бик яҡын булған пейзажлы трассаға сыҡтыҡ. Буйында Краскино, Гвоздево, Безверхово, Барабаш һәм башҡа ауылдар урынлашкан был юлдан, башлыса хәрби өйрәнеүҙәр ваҡытында, беҙ күп йөрөнөк.
Тоннелгә яҡынайғас, автобусты туҡтатыуҙы һораным. Водительгә, бында минең хеҙмәт иткән урындарым, фотоға һәм видеоға төшөрәһем килә, тинем. “Әлбиттә, – тине ул, мине аптыратып, – күпме кәрәк, шулай төшөр, ашыҡма”. Пассажирҙар ҙа ҡаршы килмәне. Ностальгия хиҫтәрен көсәйтеп, хеҙмәт иткән йылдарҙағы кеүек үк ваҡ ҡына ямғыр тамсылары тама ине. Тоннелгә инеүсе юлдың уң яғында ҡарауыл будкаһы янында ояһынан алыҫ китмәй бәйҙәге эт өрә. Тауышы оҙон тоннель эсенә инеп юғалып, шунан ҡайтауаҙ булып яңғырай.
“Леопард ере”,
йәки Амба тауҙа йөрөһә, Лео – текә тау биттәрен үҙ итә
Был тоннель бер нисә йыл элек кенә төҙөлдө. Быға тиклем автомобиль юлы Нарва перевалы аша үтә ине. Уны төҙөүҙең маҡсаты – Алыҫ Көнсығыш леопардтарының миграция юлдарын һаҡлау. Инеү юлының ситендә табличка тора: “Первый экологический тоннель в России”.
Бында, “Кедровая падь” заповеднигында, теүәлерәк әйтһәк, Барабашта, күптән түгел “Леопард ере” исемле илкүләм парк асылды. Мине шуныһы күңелле таңға ҡалдырҙы; икенсе көндө Владивостокта “Юлбарыҫ көнө” байрамы үтте, шунда мин класташым Нәғимдең һеңлеһе Зилә Хөснөтдинованы осраттым. Ул “Леопард ере” илкүләм паркында директорҙың фән буйынса урынбаҫары булып эшләй икән.
Леопардтан башҡа бында Уссури юлбарыҫы ла йәшәй. Ул урындағы Алыҫ Көнсығыш удегей халҡының тотемы, уны улар амба тип йөрөтә. Януарҙарҙың юлдары киҫешмәй, тиҙәр, сөнки амба тауҙарҙа йөрөһә, леопард-лео текә тау биттәрен үҙ итә.
Нарвала булған күптәнге ваҡиға
Водителгә рәхмәт әйтеп, автобусҡа ултырҙым да, уға күптән булған армия тормошонан бер ваҡиғаны һөйләнем. Йәйге өйрәнеүҙәрҙең береһендә Нарва перевалында беҙ упҡынға оса яҙҙыҡ. Ҙур тиҙлектә бара инек, боролмала машинаның уң яғы күтәрелеп, ауа яҙҙыҡ. Артта поход кухняһы тағылғайны. Ул әйләнеп китеп, беҙҙе ҡотҡарҙы. Беҙ, һалдаттар, йәш иҫәрҙәр, ябыҡ кузовта ултырабыҙ һәм шарҡылдап көләбеҙ.
Кабинала – водитель янында лейтенант, фамилияһын хәтерләмәйем, һәм взвод командиры ярҙамсыһы, абхазлы Беслан Автандилов ултыра. Ярай әле, рулгә ябышып борҙоҡ, шулай ҡотҡарҙыҡ, тине улар. Водитель Саҡмағоштан Айрат Хәмитов, армиянан һуң ул Дүртөйлөлә нефтселәрҙә шофер булып эшләне, улар, киреһенсә, миңә ҡамасауланы ғына, тип яуап бирҙе.
Уның ҡарауы, һуңынан беҙгә соляркала эшләүсе яңы поход кухняһы бирҙеләр. Бөгөнгә тиклем солярка янған еҫ күңелле хәтирәләрҙе яңырта.
Бына шундай тарих булғайны күп йылдар элек беҙҙең менән леопард, әлбиттә, һәм юлбарыҫ ерендә.
Юлбарыҫ көнө
Сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Владивостоктар Юлбарыҫ көнөн байрам итәләр. Төп сара Үҙәк – Революция көрәшселәре май:анында Золотой Рог бухтаһы ярында үтә. Шунан Адмирал Фокин урамына – Владивосток Арбатына күсә. Байрамдың инициаторҙары – владивостоклылар. Һуңыраҡ ул рәсми байрам статусы алды. Тора-бара байрамға Рәсәйҙең башҡа ҡалалары һәм Европа ла ҡушылды. Хәҙер ул Халыҡ-ара юлбарыҫ көнө тип атала.
Илдус Тимерханов.
Нарва автомобиль юлы тоннеле.
Владивосток Арбатында “Юлбарыҫ көнөндә”
Зилә Хөснөтдинова “Леопард ере” илкүләм паркының фирма кейемендә. Владивосток ҡалаһы.
Читайте нас: