Яҙҙың иң беренсе һәм көтөп алынған яҡты байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Бар тәбиғәт уянып, яҙғы ҡояш сағыу нурҙары менән иркәләгән, күңелдәргә байрам рухы, үҙгә бер яҡтылык өҫтәгән йыл миҙгеленә тура килгән был көндә тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн бар көсөн ҡуйып эшләгән, быйыл юбилейлы байрамы билдәләнәсәк районыбыҙ үҫеше өсөн тырыш хеҙмәт һалған, ҙур хөрмәткә эйә булған өлкән йәштәге апайҙар, районыбыҙҙың йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан төрлө йәштәге гүзәл заттарға хөрмәт күрһәтелде.
Тантана барышында уларҙы муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев ҡотланы һәм тыл ветерандарына юбилей миҙалдарын тапшырҙы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты И.М.Усманов ихлас теләктәр еткерҙе. Район мәҙәниәт йорто сәхнә оҫталары һәм балалар коллективтарының музыкаль номерҙары күркәм байрам бүләге булды. Мәҙәниәт йорто фойеһында исә үҙәкләштерелгән биләмә-ара китапханаһының данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарға арналған китаптар, Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем сәнғәте бүлегендә шөгөлләнеүсе уҡыусыларҙың гүзәл заттарға бағышланған картиналар һәм Яңы Ҡалмаш ауылы ҡул эштәре оҫталарының “Йола тотҡан хур булмаҫ” тип исемләнгән ижади эштәре күргәҙмәләре һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Бында шулай уҡ иҫтәлеккә фотоһүрәткә төшөү өсөн махсус фотозона ла йыһаҙланды. Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең буфетында байрам табынына төрлө-төрлө тәм-томдар алыу мөмкинлеге лә бар ине.