Физкультура-һауыҡтырыу комплексында нәфис гимнастика буйынса район беренселеге үтте.
Унда Бөрө, Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларынан, Кушнаренко һәм Шишмә райондарынан ун ете төркөм һәм 200-ҙән артыҡ яңғыҙ сығыш яһаусы спортсы ҡатнашты.
Тренер-уҡытыусы Любовь Шәрәфетдинова тәрбиәләгән Виктория Спиридонова спорт мастерлығына кандидаттар программаһы буйынса шәхси иҫәптә – беренсе, Камилла Рамаҙанова өсөнсө урындарҙы алды. Азалия Мостафина – беренсе, Алияна Бәҙретдинова икенсе спорт разрядтары буйынса сығыш яһап, маҡтау пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелде. Риана Нурҡаева өсөнсө спорт разряды буйынса өсөнсө урынды алды.
Беренсе разряд буйынса төркөмдә сығыш яһауҙа Милана Троицкая, Нигина Сәфәрова, Рената Вәлиева, Азалия Мостафина, Азалия Михайлова, Амелия Бәҙретдинованан торған беҙҙең команда икенсе һөҙөмтә күрһәтте.
Составында Камилла Баҡаева, Анастасия Токарева, Әлиә Ғәзизова, Элина Әкрәмова, Аделина Шәйхелисламова, Әминә Сәфәрова булған команда, икенсе разряд буйынса сығыш яһап, өсөнсө урынды алды.