САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Март 2020, 11:42

Остаз

Бөгөнгө донъяла һуғыштарҙың сәбәбе – рәхимһеҙлек киң йәйелгән. Үҫеп килеүсе балаларға төрлө яҡлап золом мәғлүмәт ҡыры тәьҫир итә. Бәхеткә, балаларҙы тиҫкәре йоғонтонан аралаусы кешеләр бар. Шуларҙың береһе – Савелий Тимирбаевич Русингин. Ошо көндәрңә уға 70 йәш тула.
Ул 1950 йылда Дүртөйлө районы Байгилде ауылында тыуып үҫкән. Полтавала генерал Н.Ф. Ватутин исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы зенит-ракета команда юғары хәрби училищеһын тамамлай. Кавказ арты хәрби округында, һуңыраҡ башка хәрби төркөмдәрҙә 1995 йылға ҡәҙәр хеҙмәт итә. Лейтенаттан алып подполковник званиеһына тиклем юл үтә.
2012 йылдан Савелий Тимирбаевич Дүртөйлө ҡалаһының 4-нсе мәктәбендә кадеттарга кураторлыҡ итә. Балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу процесына ул индергән өлөштө баһалап бөтөргөһөҙ – уларҙың
ҡаҙаныштары Дүртөйлө районында ғына түгел, ә бөтә Рәсәй
Федерацияһында билдәле.
Читайте нас: