САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Март 2020, 14:32

Оҫта йөҙөүҙәрен күрһәттеләр

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында башланғыс синыф уҡыусылары араһында Фуат Ғәлимов иҫтәлегенә бағышланған йөҙөү ярыштары үтте. Унда ҡырҡтан артыҡ малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Фуат Ғәлимов 1930 йылда Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Кушнаренко педагогия училищеһында белем ала. Район мәктәптәрендә математика уҡыта.
1965 йылда яңы төҙөлгән «Искра» колхозы рәисе итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә хужалыҡ малсылыҡ һәм игенселектә ҙур уңыштарға ирешә, дәүләт пландарын арттырып үтәй. Ф. Ғәлимов егерме йыл эшләү дәүерендә бөтә көсөн, белемен, тәжрибәһен колхозды үҫтереүгә бирә. «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Фуат Әхкәм улының балалары ярышты ойоштороу һәм үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәтте.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар илле метр араға ирекле стилдә уҙышты. Еңеүселәр һәм призлы урындарҙы алыусыларға миҙал, грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: