САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Март 2020, 14:13

Үҙ ғүмере өҙөлһә лә...

1972 йылдың 5 авгусында район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре төркөмө инспекторы, милицияның кесе лейтенанты Риф Әхмәҙинуров үҙ ғүмере хаҡына балаларҙы йөк автомобиле аҫтында ҡалыуҙан ҡотҡарып, һәләк була.
Шаҡтай ваҡыт үтһә лә, уның был ҡыйыулығына рәхмәт һәм ихтирам тойғоһо беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Уның хөрмәтенә Кушнаренко ауылының бер урамы Әхмәҙинуров исемен йөрөтә. Яңыраҡ 1-се урта мәктәп бинаһында милиция офицеры иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Риф Әхмәҙинуровтың ғүмере бик ҡыҫҡа булды. Ләкин халыҡта; «Күпме йәшәүең түгел, ә нисек йәшәүең мөһим», – тигән һүҙҙәр йәшәй. Йәш офицерҙың тәүәкәллеге һөҙөмтәһендә балалар ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Беҙ быны һәр саҡ хәтерләйәсәкбеҙ.
Райондың иң ҙур белем биреү учреждениеларының береһендә таҡтаташ асыу балаларҙың герой яҡташтары исемдәрен мәктәптән үк белеүенә булышлыҡ итәсәк. Ә патриотик тәрбиә нәҡ шунан башлана ла инде.
Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин, Р. Әхмәҙинуровтың бер туғанының улы, рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.
Һуңынан мәктәп уҡыусылары йөкмәтеле концерт күрһәтте.
Читайте нас: