САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март 2020, 18:33

Кескәй принцессалар байрамға йыйылды

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Саҡмағош балалар сәнғәт мәктәбендә Принцессалар балы үтте. Сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған кескәй ҡыҙҙар өсөн бындай байрам сараларын әҙерләп үткәреү “Кескәй принцессалар балы” республика проектының ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбировтың ғүмер юлдашы Каринэ Хәбирова тәҡдиме һәм патронажы менән төбәктә уҙған йылдан башлап үткәрелә. Беҙҙең районда бындай күркәм сара Яңы йыл байрамы алдынан да үткәйне.

Муниципаль район хәкимиәтенең ярҙамы менән 4 мартта Балалар сәнғәт мәктәбендә ойошторолған Принцессалар балында бәләкәйҙән яҙмыштың ауыр һынауҙарын үтәргә мәжбүр булган төрлө йәштәге 42 кыҙ бала һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Был көндө улар өсөн прическалар эшләтеү, аквагрим секциялары, фотога төшөү зонаһы булдырылды. Сараға килүеселәргә шулай уҡ райондағы Ғаилә хеҙмәте эшсәнлеген тасуирлаған видеопрезентацияны ҡарау һәм был хеҙмәт психологы Г.Ф.Яҡупова менән кәңәшләшеп, консультация алыу, художество классында Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Г.Р.Хәмәтдинова үткәргән кунисайга техникаһы буйынса һүрәт-картиналар ижат итеү оҫталыҡ сәғәтендә ҡатнашыу, Балалар сәнғәт мәктәбенең художество классы уҡыусыларының эштәренән төҙөлгән күргәҙмәне ҡарау мөмкинлеге лә бар ине.

Балға килеүсе кескәй принцессаларҙы муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев яҡынлашып килеүсе байрам менән ҡотланы һәм изге теләктәр еткерде. Сара барышында улар алдында Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм бында музыка, сәнғәт серҙәренә төшенеүсе уҡыусылар музыкаль номерҙар һәм бейеүҙәр менән сығыш яһаны, әкиәт геройҙары – район үҙәкләштерелгән китапхана һәм балалар моделле китапханаһы, Балалар ижат үҙәге хеҙмәткәрҙәре кескәй прицессалар менән төрлө уйындар уйнап, йомаҡтар ҡойоп, йырлатып һәм бейетеп уларҙың күңелдәрен асты, ысын мәғнәһендә күңелләрҙә ҡалырлыҡ нурлы байрам бүләк итте. Уның ахырында принцессалар һәм сарала ҡатнашыусылар күмәкләп фотоға төштө, уларға бүләктәр ҙә тапшырылды.
Читайте нас: