САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март 2020, 14:39

Дуҫтарса осрашыу

Спорт һәм хәрби-патриотик тәрбиә эше сиктәрендә уҡыусылар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте.
Дуҫтарса шарттарҙа барған осрашыуҙар әйләнеш системаһы буйынса ойошторолдо. Балалар спорт мәктәбе командаһы еңеүсе булды. Ҡалтай командаһы – икенсе, гимназия футболсылары өсөнсө урындарҙы алды.
Балалар спорт мәктәбенән Руслан Батталов һәм Тимур Арыҫланов, Ҡалтай командаһынан Руслан Сафин һәм Дамир Мирғәлиев, гимназиянан Тимур Бәйешев иң яҡшы уйынсылар тип табылды.
Читайте нас: