САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2020, 13:25

XXVIII Ауыл спорт уйындары иң көслө спортсыларҙы билдәләне

Үткән аҙна ахырында районыбыҙҙа шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы XXVIII Ауыл спорт уйындарының финал ярыштары үтте. Өҫтө ябыулы “Саҡмағош-Арена” һырғалағында барған “боҙ алышында” Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Шишмә, Өфө, үҙебеҙҙең Саҡмағош, Әбйәлил, Балтас, Архангель һәм Дыуан райондары командалары көс һынашты. Уйындар 28 февраль көннө тантаналы асылды. Райондаштар өс көн дауамында яратҡан спорт төрө буйынса ярыштар ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.

Республика чемпионы исеме асыҡланасаҡ уйындарҙың ахырғы алышын район көйәрмәндәре айырыуса тулҡынланып көттө. Шәрәфле өсөнсө урын өсөн Ҡырмыҫҡалы һәм Балтас райондары хоккейсылары араһында барған ярышта тәүгеләре үҙҙәренең көслөрәк булыуын иҫбатлап, көндәштәрен 6:2 иҫәбе менән еңеүгә иреште һәм республика күләмендәге ярыштарҙа призер булыуға ирештеләр. Саҡмағоштоң “Строитель” командаһына иң көслө көндәштәрҙең береһе булған Өфө районының йыйылма командаһы хоккейсылары менән алышырға тура килде. Уйын шаҡтай кейеренке барҙы – көстәре тигеҙ булған команда уйынсылары бер-береһенән һис ҡалышырға теләмәй, һанаулы минуттар эсендә исәпте тигеҙләй барырға ынтылды. Тик һәр уйында еңеү кем яғында буласағын хәл иткән миҙгелдәр була. Алыштың һуңғы минуттарында Өфө спортсылары “Строитель” ҡапҡаһына ярышҡа нөктә ҡуйған шайбаны индерә алды. Иҫәп 5:4 булды. Иң көслө ҡала командаһынан ней бары бер очкоға ғына ҡалышып һәм лайыҡлы, көслө уйын күрһәтеп, райондаштарыбыҙ Ауыл уйындары финалында почетлы икенсе урынды яулауға ирештеләр. Өфө хоккейсылары республика чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының физкультура-масса эше, спорт туризмы һәм адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Д.Л.Гладких, Өфө районы хәкимиәте башлығы В.П.Угаров ҡатнашты һәм еңеүселәрҙе бүләкләне.
Читайте нас: