САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2020, 17:42

Уңыштары – тырышлыҡ һөҙөмтәһе

Һәр эштең, һәр һөнәрҙең – үҙ ҡағиҙәһе, үҙ нескәлеге. Кеше ниндәй һөнәр эйәһе булмаһын, уңыштарға ул бары тырышлыҡ, хеҙмәткә бирелгәнлек һөҙөмтәһендә генә ирешә ала. Һеҙ рәсемдә күргән (һулдан уңға) «Илеш» кооперативының малдарҙы яһалма орлоҡландырыу операторы-учетчы идәпсе Илмира Рәхимова менән быҙау ҡараусы Ирина Зыязова әлеге сифаттарға эйә.
Илмира Мөҙәрис ҡыҙы Илеш тауарлыҡлы-һөтсөлөк фермаһында 2001 йылдан бирле эшләп, тиҙ арала коллектив абруйын яуларға, юғары күрһәткестәргә ирешеүгә үҙ өлөшөн индерергә өлгөрҙө. Ул үҙенә йөкләтелгән вазифа бурысына үтә яуаплы ҡарай, һөнәренең серҙәрен нығыраҡ өйрәнеү һәм үҙләштереү өсөн бар тырышлығын һала. Бының һөҙөмтәһе – ағымдағы йылдың ике айында ферма буенса шактай быҙау алынған. Йыл аҙағына был күрсәткесте тағы ла яҡшыртыу маҡсаты менән эшләй ул.
Илеш һөтсөлөк фермаһында йәш быҙауҙарҙы ҡараусы Ирина Рауил ҡыҙы бында 1997 йылдан бирле намыҫлы хеҙмәт һала һәм оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнде. Барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәүсе, үҙ эшен яратып башҡарыусы ауыл уңғанының төркөмөндә малҡайҙрҙың ағымдағы йылдың ике айында тәүлеклек артымы уртаса 630 гр. тәшкил итә.
Хужалыҡ уңғандары ауылдаштары араһында абруйлы, һәр ваҡыт маҡтау һүҙҙәренә лайыҡлылар. Ғаиләләре менән дә бәхетлле улар – тормош иптәштәре менән улдар һәм кыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә, матур итеп донъя көтә.
Читайте нас: