САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2020, 13:44

Мәргәнлеккә ярыш үтте

ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, район мәктәптәре һәм урта махсус уҡыу йорттары араһында пневматик винтовканан атыу буйынса ярыш үткәрҙе.
Еңеүселәр шәхси һәм команда иҫәбендә билдәләнде. Мәктәптәр араһында гимназия уҡыусылары иң мәргәндәре булып сыҡты. 1-се урта мәктәп – икенсе, Баҡай спортсылары өсөнсө урындарҙы алды. Урта махсус уҡыу йорттары араһында еңеүҙе ауыл хужалығы колледжы командаһы байрам итте.
Уҡыусылар араһында шәхси иҫәптә Диана Мәсәлимова һәм Антон Корнилов чемпион булды. Студенттар араһында Денис Горбунов һәм Екатерина Сәйфуллина иң күп очко йыйҙы.

Беҙҙен хәбәрсе.

Читайте нас: