САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2020, 17:31

Күркәм парҙар – ауыл ғорурлығы

Саҡмағош районының Сыйырышбаш ауылында матур традиция йәшәп килә. Бында ғәилә тормошоноң алтын һәм бриллиант юбилярҙарын ҙур байрам ойоштороп хөрмәтләү һәм тәбрикләү ғәҙәткә ингән.

Күптән түгел ауыл китапханаһында ошондай матур әҙәби-музыкаль кисә үтте. Унда 60 йыл иңгә-иң ҡуйып ғүмер иткән Фәнзүл һәм Кәүсәриә Шәрифуллиндар, Рәис һәм Фәүәҙә Гәрәевтар, Фәрит һәм Рәфисә Сәләховтар һәм ғәиләләренең алтын юбилейын билдәләгән Ләбиб һәм Йәзилә Сәйғәфәровтар саҡырылды. Уларҙы ҡотлап һәм иҙге теләктәрен еткереп, ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы З.М.Ҡамалова Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбировтың, урындағы “Алға” хужалығы идараһының ҡотлау хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Ҡәҙерле кешеләрен ҡотларға юбилярҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм туғандары-яҡындары ла килгәйне. Йәшлек юлдары ил өсөн айырыуса ауыр, михнәтле Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән юбилярҙар йылы, күңелдәрҙе тибрәндергән мөхиттә хәтирәләре менән уртаҡлашты, ғәилә бәхете серҙәре менән бүлеште һәм алдағы юбилейҙарҙы ла ошо составта билдәләүгә өмөт белдерҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре улар хөрмәтенә музыкаль номерҙар бүләк итте. “Беҙ ауылыбыҙҙа һеҙҙең кеүек өлгөлө кешеләр йәшәүе менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә артабан да оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарығыҙ ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Йәштәр һеҙҙән үрнәк алып үҫергә тейеш”, – тип тамамланы кисәне китапханасы И.Мәғәлимова.

Светлана Лоҡманова,

ауыл клубының художество етәксеһе.
Читайте нас: