САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2020, 13:35

Хәтер – мәнгелек

Беҙҙең күп профилле колледжда «Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!» девизы менән сафта атлау һәм йыр смотры үтте. Күптәнге традицияға әүрелгән был сара йылдан-йыл яңыра, тулылана бара.
1-4 курстар командалары физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында сафта йыр башҡарып, теүәл һәм берҙәм атлау оҫталығын күрһәтте. Афған һуғышы ветерандары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Фидель Саттаров һәм Риф Хәзипов, район хәрби комиссарының хеҙмәткә саҡырыу буйынса өлкән ярҙамсыһы Энгельсина Хисамова, физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт-масса эше буйынса директор урынбаҫары Рәдис Ҡифәтовтан торған жюри курсанттарҙың тышҡы ҡиәфәтен, командаларҙы дөрөҫ үтәүҙәрен, аҙымдарҙың тигеҙлеген һәм башҡаларҙы ғәҙел баһаланы.
Бындай саралар студенттарҙан илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләй.

Беҙҙен хәбәрсе.

Читайте нас: