САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2020, 18:03

Фольклорҙа – халыҡ тарихы

Күптән түгел Рапат ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре урындағы китапхана китапханасыһы берлектә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн “Фольклорҙа – халыҡ тарихы һәм аҡылы” тип исемләнгән фольклор сәғәтен үткәрҙе. Республика иғлан ителгән Башҡорт теле йылы һәм йәй көнө үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан әҙерләнгән был сара барышында балалар халыҡ ауыҙ ижады өлгөләре булған мәҡәлдәр, әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар һәм эпостарҙа халыҡтың әлмисағтан алып бөгөнгөһөнә ҡәҙәр тарихы сағылыш табыуы тураһында белделәр. Улар шулай уҡ башҡорт халҡының мәҙәниәте, “Урал-батыр” эпосы, уның дөньяның төрлө телдәренә тәржемә ителеүе тураһында ла үҙҙәре өсөн яңы булған байтаҡ мәғлүмәт үҙләштерҙеләр. Сарала ҡатнашыусылар был көндө әлеге легендар эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән танышты. Артабан улар үҙҙәре был әсәрҙәр өҙөктәр уҡынылар һәм “Урал-батыр” эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт ҡаранылар.
Гөлфинә Ишморатова,

Ирина Кинйәбаева.
Читайте нас: