27 февраль көннө Бөрө ҡалаһында республика дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында “Бала саҡтың Хәүефһеҙ Юлы” тип исемләнгән КВН конкурсы үтте. Республика конкурсының ярым финалында муниципаль этапта еңеү яулаған 14 команда ҡатнашты. Сарала беҙҙең район данын Саҡмағош гимназияһының “Урам фонарҙары” КВН командаһы яҡланы.
Бәйге башланыр алдынан конкурсанттар араһында жирәбә тартыу үткәрелде. Уға ярашлы, Саҡмағош командаһына беренсе булып сығыш яһап, шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһен асыу бәхете тейҙе. Беренсе конкурс сағыу һәм күңелле үтте, шул уҡ ваҡытта командалар “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләренә йүнәлеш тот” фип формалаштырылған төп теманан ситкә тайпылмаҫҡа тырыштылар.
Конкурстың икенсе этабында команда капитандары араһында етди темаларға иң оҫта шаярта белеүсе асыҡланды. Улар нисек ЮХХДИ инспекторы булырға тигән темага ике минут дауамында үҙ фекер йөрөттөләр. Залдағылар һәр ҡатнашыусыны көсле ҡул сабыуҙар менә ҡаршы алып, сәхнәнән оҙатып ҡалды.
Бәйгенең өсөнсө этабында командалар машинаға яңы идара итә башлаусы водительдәр өсөн тест-драйв үткәрҙеләр. Бында улар ижади сәләттәрен тулыһынса астылар. Фристайл төрле жанрҙарҙа уйнарға мөмкинлек бирде, шуға ла конкурс үтә ҡыҙыҡлы һәм сағыу булды.
Гимназия командаһы бәйгелә 2-се призлы урынды яуланы. Уның етәксеһе Г.В.Әхмәтоваға һәм команда капитаны А.Зәйнетдиновҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды. Саҡмағош районы командаһы Нефтекама ҡалаһында үтәсәк финалда ҡатнашыу хоҡуҡына эйә булды.
гимназия директорының уҡытыу-тәрбиә биреү эшсәнлеге буйынса урынбаҫары.