САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2020, 11:12

Юбилей миҙалы тапшырылды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙең тыуған илебеҙгә ҙур ҡайғы-хәсрәт, ҡорбандар, күҙ йәштәре алып килде. Дәһшәтле йылдар артта ҡалһа ла, уның шауҡымы һаман да әле кешеләр яҙмышында сағыла. Үҙебеҙҙең һуғыш геройҙарын, батыр, ветерандарыбызҙы онотмайбыҙ, иҫкә алабыҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ. Шундайҙарҙың береһе – Үрге Йәркәйҙә ғүмер кисереүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәли Кәшфуллин. Уға муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы» миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: