САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2020, 18:10

Һәр береһен исемләп хәтерләйек береһен исемләп хәтерләйек

Яңы ғына башланып киткән 2020 йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай буласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү – шуларҙың иң күренеклеһе. РФ Президенты Владимир Путин быйыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы иғлан итте.
Һәр һалдат кемдеңдер улы, атаһы, ире булған. Һәйкәл һәм обелисктарҙағы һәр исемдең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы бар. Беҙ уларҙы хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Район үҙәгендә йәшәүсе Эльза Тупиева үҙенең ҡартатаһы тураһында ғорурланып яҙған:
«Минең ҡартатайым Риян Нурулла улы Таюпов Иҫке Ҡормаш ауылында тыуып үҫә. Етенсе синыфты тамамлағандан һуң берәй ҙур төҙөлөшкә аҡса эшләргә китергә була. Ләкин һуғыш башлана. Хеҙмәткә алынырға йәше етмәгәнлектән, үҙенә өс йәш өҫтәп яҙҙыра һәм ун ете йәшлеккә әүерелә. Уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Һуғышты башынан аҙағына ҡәҙәр үтә. Миномет взводы командиры була. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Тыуған яғына 1947 йылда ғына ҡайта.
Ғаилә ҡора, ҡатыны менән бергә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Риян Таюпов кирбес заводында экспедитор, 5-се механикалаштырылған күсмә колоннала бригадир булып эшләй. Һуғыш яралары үҙенекен итә – ҡәҙерле кешебеҙ 63 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.
Беҙҙең быуын Еңеү һалдаттарына мәңге рәхмәтле».
Читайте нас: