Дүртөйлө районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған “Еңеү Салюты” район үҙешсән сәнғәт смотр-конкурсы бара.
Таймырҙа ауылы мәҙәниәт йорто үҙешсәндәре “Бөйөк Еңеүҙең беренсе көнө” тип исемләнгән темаға ҙур программа әҙерләне һәм тематиканы уңышлы асып бирҙе. Сара урындағы артистарҙың күмәк йыры менән фойела уҡ башланды. Йыр булған урында бейеү ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙар 40-нсы йылдар урталарындағы милли өҫ кейемендәрендә ине, ир-егеттәр – миҙалдар тағылған хәрби формала.
Боронғо көнкүреш предметтарынан күргәҙмә ойошторолғайны.
– Былар – беҙҙең музей экспонаттары, – тине клубтың сәнғәт етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венер Шәрәфетдинов. – Бында эшләй башлағандан бирле йыям.
Тимәк, дүрт тиҫтә йылға яҡын! Крәҫтиә көнкүреше әйберҙәре араһында тимер ҡыршау кейҙерелгән ағас тәгәрмәстәр, туҡыу станогы, лампа, ҡул тирмәне һ.б. Өҫәл артында, шул заман рухын еткереп, ауыл кешеләре ултыра. Табынға һуғыш осорондағы ауылдың төшкө аш риҙыҡтары ҡуйылған, ул ҡара икмәк, бешкән ҡабыҡлы картуф, тоҙло ҡыяр һәм үлән сәйенән тора ине.
Сәхнәләге сара Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурлығаян Кәримов тураһындағы видеосюжеттан башланды. Уның үҙен дә сәхнәгә саҡырҙылар. Ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Концерт номерҙары араһында ла тулҡынландырғыс күренештәр күп булды.