САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2020, 18:05

Исеме – китап биттәрендә

Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреүҙең 100 йыллығы уңайынан «Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү хроникаһы – 100 йыл» исемле китап донъя күрҙе.
Баҫмала мәктәпкәсә белем биреү системаһының тарихи үҫеш этаптары асылған, балалар баҡсалары, ветеран тәрбиәселәр тураһында мәғлүмәт тупланған.
«Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә тәрбиәнең алтын фонды» бүлегендә райондашыбыҙ Людмила Ивановна Онина тураһында материал урынлаштырылған. Ул – педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөми белем биреү хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта Кушнаренко ауылының «Йылайыу» балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: