Иҫәнбай ауылы янындағы Миңеште быуаһында «Балыҡсылар байрамын» – бәкенән балыҡ тотоу ярышын үткәреү матур традицияға әүерелде. Ағымдағы йылда ла ул ойошҡанлыҡ менән үтте. Бәйгегә Илеш районының төрлө ауылдарынан, хатта Өфө, Нефтекама, Дүртөйлө, ТРның Яр Саллы ҡалаларынан, Аҡтаныш районынан килеп, үҙ көсөн һынап ҡараусылар бар ине.
Бәйгелә 92 балыҡсы ҡатнашып, иң олоһона – 78, иң кесеһенә 8 йәш ине. Ярыш талаптары буйынса 45 минут эсендә иң күп балыҡ тотоусылар финалға сыҡты. Шул рәүешле ир-егеттәр араһында Илнур Сәләхов (Яр Саллы ҡалаһы) – беренсе, Шамил Йәримов ( Үрге Сереккүл ауылы) – икенсе, Айрат Зарипов (Үрге Йәркәй) өсөнсө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алина Сәлихова (Аҡтаныш ауылы) – беренсе, Азалия Сәйетйәғәфәрова (Өфө) – икенсе, Нәсимә Нөркәева (Үрге Йәркәй) өченсө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Данияр Лоҡманов (Илеш) – «Иң йәш ҡатнашыусы», Мәсғүт Зыязетдинов (Рсай) – «Иң оло ҡатнашыусы», Альфред Даутов (Иҫәнбай) – «Иң етеҙ боҙ тишеүсе», Айрат Зарипов (Үрге Йәркәй) «Иң ҙур балыҡ тотоусы» номинацияларында еңеүсе, тип табылды.