САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль 2020, 12:24

Һыу – йәшәү сығанағы

Иҫке Ғүмәр ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында бер нисә йыл дауамында ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә Иҫке Ғүмәр ауылында, Ҡармасан йылғаһы аша үткәреп, Затон, Йәштәр, Октябрь, Совет урамдарында һыу үкәргестәрҙе алыштырҙылар.
Йыйында һыуүткәргесте ремонтлау проекты менән программала ҡатнашырға ҡарар иттеләр. Ауыл биләмәһе бюджетынан, халыҡ һәм бағыусылар тарафынан ҡушылып финанслау мәсьәләһе лә тикшерелде. Дөйөм тауыш биреү юлы менән һәр йорттан индерелергә тейеш аҡса күләме билдәләнде. Биләмә бюджетынан да тейешле сумма бүленәсәк.
Һыу – тормош сығанағы. Беҙ, Иҫке Ғүмәр ауылы халҡы, бына яҡшы беләбеҙ. Бына өсөнсө йыл инде башлап йөрөүселәр төркөмө конкурста актив ҡатнаша һәм еңә. Быйыл да шулай булыр әле.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: