САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль 2020, 12:20

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Студенттар һәм район мәктәптәре уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап «Йәгеҙ әле, егеттәр!» тип исемләнгән хәрби-спорт байрамы үтте. Унышар егеттән торған командалар, төрлө ярыш һәм бәйгеләрҙә көс һынашып, иң көслөнө асыҡланы.
Район мәктәптәре араһында гимназия егеттәренә тиңдәр табылманы. Гимназистар командаһы автомат һүтеп-йыйыуҙа, йөҙөү буйынса эстафетала – беренсе, сафта йөрөп йырлау, арҡыры күтәрелеүҙә икенсе һөҙөмтәне күрһәтте.
Иҫке Туғмағлы егеттәре команда иҫәбендә икенсе урынды алды. Улар ҡатнаш эстафетала – беренсе, йөҙөүҙә икенсе булды.
Урта махсус уҡыу йорттары араһында ауыл хужалығы колледжы егеттәре – беренсе, күппрофилле колледж командаһы икенсе һөҙөмтәләрҙе күрһәтте.
Читайте нас: