САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль 2020, 18:16

ГТО нормаларын тапшырыу өсөн

Районда ГТО нормаларын тапшырыуҙы ойоштороу өсөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында тестлаштырыу үҙәге уңышлы эшләп килә. Унда төрлө йәштәге райондаштарыбыҙ үҙҙәрен һынап, ошо нормалар буйынса тестар тапшыра ала. Билдәле булыуынса, был нормалар сиктәрендә мылтыҡтан атыу буйынса тест-биремдәр ҙә ҡаралған. Әлбиттә, был төр һынауҙарҙы ҡабул итеү етди әҙерлек, махсус йыһаҙланған, бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирерлек тир һәм атыу ҡоралы булдырыуҙы талап итә.

Ошоны күҙ уңында тотоп, Ватан һаҡсылары көнө алдынан райондағы ДОСААФ бүлеге урынлашҡан бинала заманса йыһаҙланған яңы тир файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев, уның урынбасарҙары, хәрби комиссариат, район ветерандар һәм интернационалсы-яугирҙәр советтары, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе вәкилдәре, мәктәп директорҙары, райондың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары, “Юнармия” Дөйөмрәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең райондагы бүлексәһе ағҙалары ҡатнашты.
Читайте нас: