Тәүҙә муниципаль район хәкимиәтенең мәғәриф бүлеге начальнигы М.Й.Нәбиева һәм бүлектең баш белгесе Г.Ф.Әһәҙуллина атай-әсәйҙәргә һынауҙар үтеү тәртибен аңлаттылар. Артабан унда ҡатнашыусылар имтихан тапшырыуҙың барлыҡ этаптарын үтте һәм үҙҙәренә таратылған бланктарҙы тултырып, биремдәрҙе үтәне. Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылы менән оҙаҡламай билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бәйле, атай-әсәйҙәр имтиханды тарих фәненән тапшырҙылар.