САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Февраль 2020, 18:14

Тантаналы йыйылыш үтте

Ватан һаҡсылары көнө алдынан район мәҙәниәт йортонда илебеҙҙең хәрби данына арналған ошо байрам уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Сара барышында Саҡмағош районы хәрби комиссары А.Х.Хәбиров залда ултырыусыларҙы ошо ҙур байрам менән тәбрикләне һәм дәүләт бүләктәрен тапшырҙы. Был көндө ил алдындағы хәрби антын үтәп, Көнъяҡ Кавказда барған ҡанлы бәрелештәрҙә һәләк булған райондашыбыҙ Илнур Камил улы Ғәбделихсановтың әсәһе Гөлзифа Хәмзә ҡыҙына “Һәләк булған Ватан саҡсыһы ғәиләһенә” тигән истәлекле билдә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда фиҙәҡәр хеҙмәт һалған хөрмәтле өлкәндәр Таһир Кәнзел улы Ҡазыхановҡа, Тәлғәт Ғата улы Латиповҡа, Фаат Әбелфазыл улы Ханнановҡа “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Енеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалдары тапшырылды.

Тантаналы сараны район мәҙәниәт йорты сәхнә оҫталары, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һәм район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең концерт номерлары йәмләне.
Читайте нас: