Локаль һуғыштарҙа баштарын һалған яугирҙәрҙең йорттарына таҡта таштар урынлаштырыу дауам итеп, сираттағыһы Теләкәй ауылында яугир-интернационалист Фәрит Ғәниуллин иҫтәлегенә ҡуйылды.
Фәрит Ғәниуллин 1965 йылда Теләкәй ауылында тыуып-үҫә, урта мәктәптән һуң Өфөлә шоферҙар курсын тамамлай һәм армия сафтарына алына. Ул хеҙмәт иткән хәрби часть интернациональ бурысын үтәү өсөн Әфғанстанға тәғәйенләнә.
Фәрит Мәғәнәүи улы 1984 йылдың 17 февралендә 19 йәше туларға ун көн ҡалғас, хәрби бәрелештәрҙең береһендә батырҙарса һәләк була. Ҡыю яугир үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Батыр яҡташыбыҙ Ф.Ғәниуллинға таҡта таш ҡуйыу тантаналы шарттарҙа үтте. Тәүҙә Теләкәй ауыл мәҙәниәт йортонда уны иҫкә алыу кисәһе ойошторолдо. Сарала Фәрит Мәғәнәүи улын хөрмәт итеп килгән ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, туғандары ҡатнашты. Иҫәнбәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зарипов, Дүртөйлө һәм Илеш райондары хәрби комиссариаты комиссары Илгиз Баһаутдинов, «Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фларис Нурлығаянов, Рәсәй ДОСААФтың Илеш районындағы бүлексәһе рәйесе Рәҙиф Шәйхәйҙәров уҡыусыларҙы Фәрит Ғәниуллин хаҡында онотмаҫҡа, яҡшы уҡырға, спортты һөйәргә, киләсәктә егеттәрҙең яҡшы һалдаттар, илебеҙ һаҡсылары булыуын теләне.
Артабан кисәлә ҡатнашыусылар батыр һалдаттың тыуған нигеҙенә юлланды. Бында уның иҫтәлегенә таҡта таш ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, бында әсәһе Рәйсә апай улы Финат һәм килене Рәфиҙә тәрбиәһендә йәшәй.
Таҡта таш ҡуйылғас, әфған һуғышы ветерандары Фәрит Ғәниуллиндың ҡәберенә барып, сәскәләр һалды.