САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Февраль 2020, 16:47

Илеш районы – таҙа муниципалитет

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттар араһында беренсе тапҡыр 5 миллион һум күләмендә грант булдырҙы. Улар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырыла. Рейтинг өч төркөмгә бүленгән: ҡала округтары, административ үҙәге ҡалала булған райондар һәм ауыл райондары. Илеш районы 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса "Таҙа муниципалитет" номинациясһында еңеүсе тип табылып, грантҡа лайыҡ булды.


Читайте нас: