САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Февраль 2020, 16:52

Етди һынау

Фән олимпиадалары – балалар менән эшләүҙең танылған формаларының береһе. Уларҙың төп бурысы – айырыуса һәләтлеләрҙе асыҡлау.
Мәктәп уҡыусылары өсөн олимпиада – етди һынау. Ул уҡыусыларға үҙҙәрен үҫтерергә һєм ижади эҙләнеүгә этәргес бирә, төрлө фәндәрҙең мәктәп программаһынан тыш ни тиклем айырмалы булыуын күрһәтә.
Ғинуар ахырында Өфөлә М. Аҡмулла исемендєге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәп уҡыусыларының әҙәбиәт буйынса Бөтәрәсәй олимпиадаһы төбәк этабы үтте.
Унда республика ҡалалары һәм райондары мәктәптәренең 9-11-сы синыфтарынан 150нән артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Дүртөйлө районы данын икенсе лицейҙың ун беренсе синыф уҡыусыһы Гөлдәр Садрисламова яҡланы һәм призер булды.
Гөлдәр быға ҡәҙәр ҙә район, республика, Бөтәрәсәй олимпиадаларында һәм ижади конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулағайны.
Читайте нас: