Дүртөйлө балалар музыка мәктәбендә "Баласаҡ һүрәттәре" тигән халыҡ һәм тынлы уйын ҡоралдарында йәш башҡарыусылар конкурсы үтте. Беҙҙең райондан балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡатнашып, Илназ Әкрәмов (уҡытыусыһы – Р.Абдуллин ), Әмир Нуртдинов (Р.Ноғманов) дипломант булһа, Шамил Юнысов (Р. Абдуллин) – III дәрәжә лауреат исеменә, преподавателдәр Ришат Абдуллин һәм Рөстәм Ноғманов һөҙөмтәле хеҙмәте һәм үҫеп килеүсе быуынға музыкаль-эстетик тәрбиә биреүгә индергән шәхси өлөшө өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.