Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Әфғанстан иленән сығарыуға 31 йыл тулыу көнө билдәләнер алдынан Саҡмағош тарих-крайҙы өйрәнеү музейында был истәлекле датаға арналған сара үтте. Унда беренсе һанлы урта мәктәптең 6 синыф уҡыусылары ҡатнашты. Сара барышында улар Әфған һуғышы тураһында үҙҙәре өсөн яңы булған бик күп мәғлүмәт үҙләштерҙе. Был ҡан ҡойошта һәләк булған яугирҙәрҙең истәлеген бер минут тын ҡалып хөрмәтләнеләр. Музей директоры Айҙар Басиров үҙе гитаралар уйнап, “Сәләм Бача” йырын йырлап ишеттерҙе. Был сара үҫмерҙәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр һәм улар һәр ваҡыт был һуғыштың утлы юлдарын үткән яугирҙәргә хөрмәт менән ҡарарҙар тип әйтергә нигеҙ бар.