САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2020, 16:39

Яугир хөрмәтенә – “Герой партаһы”

Илебеҙ мәктәптәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Герой партаһы” патриотик проекты старт алды. Уның маҡсаты – балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илдең үткәндәренә һәм бөгөнгөһөнә, хәрби хәрәкәттәр һәм фиҙәҡәр хеҙмәт геройҙарына Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, хеҙмәт ветерандарының каһарман образдары үрнәгендә хөрмәт хистәрен тәрбиәләү.

Герой партаһы – ошо мәктәптә белем алған ҡаһарман һәм Ватан тарихына индерелгән билдәле шәхес, уның биографияһы, тормош һәм хәрби юлы тураһындағы мәғлүмәттәр туплаған, уның фотоһүрәте урынлаштырылған парта ул. Саҡмағош гимназияһында был парта ошо мәктәптең сығарылыш синыф уҡыусыһы, Әфғанстан һуғышында ҡылған батырлыгы өсөн һәләк булғандан һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән Рифғәт Ғәрәев истәлегенә арналды.
Айгөл Әхмәтйәнова,

гимназия директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: