САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2020, 16:37

Яҡташ шағиргә арналды

Күптән түгел Саҡмағош үҙәкләштерелгән биләмәара китапханаһының уҡыу залында “Үҙ йондоҙомдо тапмайынса, күктән күҙемде алмам” тип исемләнгән шиғри кисә уҙғарылды. Ул яҡташ шағир – районыбыҙҙың Яңы Мортаза ауылында тыуып үҫкән Рим Иҙиәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды. Сарала Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 8-се синыфтар уҡыусылары ҡатнашты.

Рим Иҙиәтуллин – бик тә талантлы шағир һәм журналист, уның ижады республикала ғына түгел, Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Ул – Татарстандың Яҙыусылар Союзы ағҙаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Хәйерле иртә” (1983), “Хәйерле көн” (1996), “Хәйерле кис” (2007), “Хәйерле төн” (2017) китаптары авторы.

Сара барышында уҡыусылар шағирҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар, уның “Бүләк”, “Тыуған яҡта”, “Саҡырығыҙ” һәм башҡа шиғырҙарын уҡынылар.

Шиғри кисәнең йөкмәткеһе “Ғүмеремдең әле таңы ғына” видеопрезентацияһы һәм “Шағир күңеле” тип исемләнгән китаптар күргәҙмәһе менән байытылды. Унда яҡташ авторҙың китаптары, уның тураһындағы журнал һәм гәзит яҙмалары, уның тормошон һәм ижадын тасуирлаған фотодокументтар урын алған. Шиғриәт кисәһе ахырында уҡыусылар автор үҙе башҡарыуындағы шиғырҙарҙы видеояҙма аша тыңладылар.
Зирина Арыҫланова,

китапханасы.
Читайте нас: