Өфө дәүләт нефть-техник университеты базаһында 9-11 кластар өсөн тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабы үтеп, республика райондарынан 150нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназияның 9 класс уҡыусыһы Амилия Ғәфүрова (уҡытыусыһы Д.Шаһабетдинов) призер булды.