15 февраль – илебеҙ өсөн истәлекле көн. Ул Рәсәйҙә хәрби бурыстарын Ватандан ситтә үтәүселәрҙе искә алыу көнө булараҡ билдәләп үтелә. Был көндө хеҙмәт бурысы буйынса төрлө йылдарҙа сит илдәрҙә, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡабынған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан хөрмәтле ир-егеттәрҙе ҙурлана, һәләк булған яугирҙәр тураһындағы хәтер яңыра.
Быйыл был көндө Совет ғәсҡәрҙәренең сикләнгән контингентын Әфғанстан иленән сығарыуға 31 йыл тулды. Тауҙар илендәге ҡан ҡойошло алыштарҙа беҙҙең районан да бик күп кеше ҡатнашты. Уларҙың дүртәүһе – Рифғәт Ғәрәев, Әсғәт Баймырҙин, Ирек Шаҡиров, Марат Мөҙәрисов – һәләк булғанан һун “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән. Яҡташтар Әфған ерендә сәскәләй йәш ғүмерҙәре өҙөлгән Вячеслав Латипов менән Исмәғил Сәләхетдинов тураһында ла онотмай. Йыл һайын 15 февраль алдынан интернационалсы-яугирҙәрҙең район ойошмаһы ағҙалары уның рәйесе Й.Х.Хәбибуллин менән берлектә был егеттәрҙең туғандары, улар белем алған мәктәп уҡыусылары менән осрашып-аралаша, мәңгелеккә йәш булып ҡалған был батырҙар ерләнгән зыяраттарға барып, улар хөрмәтенә сәскәләр һала. Яугирҙәр быйыл да был традицияға тоғро ҡалдылар.
Бынан тыш, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар инде был “әфғанлы”лар осрашыуға саҡырылып, улар хөрмәтенә район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара уҙғарыла. Быйылғы осрашыуға ла был утлы һуғыш юлдарын уҙған яугирҙәр байтаҡ йыйылғайны. Улар тәүҙә “Ҡарағай” ял базаһында был көнгә арнап үткәрелгән спорт ярышын асыуҙа ҡатнашҡанан һуң локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтар истәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалдылар. Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Осрашыу кисәһе барышында уларҙы муниципаль район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Д.Ф.Низамов, райондың хәрби комиссары А.Х.Хәбиров, интернационалсы-яугирҙәрҙең район ойошмаһы рәйесе Й.Х.Хәбибуллин тәбрикләне, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм балалар ижади коллективтары күркәм концерт номерҙарын арнап, уларға бәйрәм кәйефе бүләк итте.