САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Февраль 2020, 12:17

Сәхнә түрендә – балалар

Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының 100 һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап үткәрелгән төбәк һәүәҫкәр сәнғәт бәйгеһендә еңеүселәр сығыш яһаны. Йомғаҡлау концертына район балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡырылды.
Был сарала ҡатнашыусы һәр бала үҙен сәхнә йондоҙо итеп хис итте. Уларҙы залдан күҙәтеүсе ата-әсәләр ҙә ҡул сабып, дәртләндереп торҙо.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙын барыһын да тағы ла сәхнәлә күрергә насип итһен, тип таралышты залдағылар.
Читайте нас: