САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Февраль 2020, 17:35

Яугир интернационалисттарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан

Афғанстан – илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла, был тарих битен хәтер һандығы менән йыл да аса торабыҙ, сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Был яҙмам утлы ғәрәсәтте намыҫлы үтеп, Теләкәй ауылында үрнәкле ғүмер кисереүсе яугир Фәнил Алтапов тураһында.
Бәләкәйҙән үк туған илде һаҡлау бурысын күңеленә һеңдереп, буй еткергән егет Иҫанбай урта мәктәбен тамамлағас, хәрби комиссариат юлламаһы менән Өфө ҡалаһындағы бронетранспортер машинаһына водителдәр әҙерләү курсына уҡырға ебәрелә. Артабан армия сафтарына алына. Бер нисә ай Төнъяҡ Осетияның Орджоникидзе ҡалаһында күнекмәләр үтә һәм 1983 йылда Әфған иленең Кандагар ҡалаһына аяҡ баҫа. Унда барып төшкәс тә, ниндәй маҡсат, ниндәй бурыстар ҡуйылыуын бер кем дә аңлатмай. Шулай итеп, ҡорал менән эш итеүгә йүнләп өйрәнеп тә өлгөрмәгән егеттәр һуғышҡа инә.
Фәнил Алтапов БТР водителе итеп билдәләнә. Уның бурысы – Союздан килгән колонналарға именлек тыуҙырыу, юлдарҙы һаҡлау, оҙатып йөрөү. Рота командиры яуаплы операцияларға күп ваҡыт Фәнилде ала, сөнки егет техникаһын биш бармағы кеүек белә, тапҡырлығы менән дә, етеҙлеге яғынан да башҡаларҙан айырылып тора, көтөлмәгән осраҡтарҙа юғалып ҡалмай, хәлдән сығыу юлын тиҙ таба. Ун көнгә тип бирелгән солдат паегын йыш ҡына – 20, хатта бер айға һуҙарға тура килә. Ә иң ҡыйыны, әлбиттә, һыуһылыҡ. Эҫенән тәндәре ҡыуырыла, һалҡын еле үҙәктәренә үтә. Көн буйы йөрөү, төнөн поста тороу ҡыйын да, хәүефле лә була. Әфғандар, тау-таш араһында ҡасып, беҙҙекеләрҙе һағалай, колонна күренеү менән ут аса. Кабинаһында бер үҙе генә юлға сыҡҡан водителдәр рулде ташлап, автоматтарға тотона, янында атыусыһы булһа, хәрәкәтен артабан дауам итергә ынтыла.
Әллә нисә тапҡыр минаға эләгеп шартлай, бәхетенәме, Хоҙай һаҡлаймы, береһендә лә ҡаты яраланмай, ә машинаһы сафтан сыға. Һалдаттың батырлығы «Батырлыҡ өсөн», «Яугир-интернационалистҡа рәхмәтле Афған халҡынан» миҙалдары һәм байтаҡ ҡына Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
- Башта Афғанстандың ниндәй ҡурҡыныс булыуын аңлап еткермәнек, аҙым һайын үлем менән осраштыҡ, юғалып ҡалдыҡ. Һуңынан өйрәнеп киттек, ҡуйылған бурысты үтәйем тиһәң, үлем тураһында уйланырға ваҡыт ҡалмай. Күпме михнәттәр кисерҙек, күпме иптәштәрем ятып ҡалды.., - ти элекке яугир ауыр хәтирәләргә бирелеп.
1986 йылдың февралендә, ауылынан сығып китеүенә 2 йыл үтеүгә, туған йортона аяҡ баҫа. Оҙаҡлап ял итеп тормайынса, туған төйәгендә хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙҙан Дүртөйлө ҡалаһында автобус йөрөтә. Әммә тиҙҙән ауылына ҡайта. Теләкәй фермаһында малдар ҙа ҡарай, мөҙир ҙә була, «Илеш МТС» йәмғиәтендә яғыулыҡ-майлау материалдары склады мөҙире булып та хеҙмәт һала. Бөгөн Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа эшләй – автобус менән Теләкәй ауылы балаларын уҡырға йөрөтә. Тәжрибәле шофер машинаһын һәр ваҡыт төҙөк тота, үҙ вазифаһын намыҫ менән башҡара.
Фәнил Алтапов – өлгөлө ғаилә башлығы ла. Иғмәт ауылы ҡыҙы Фәнүсә менән ғаилә ҡороп, 2 бала үҫтерәләр. Тормош иптәше бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Башта Теләкәй төп мәктәбендә, хәҙер Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлнара Өфө юридик институтында белем алып, әле Илеш районы эске эштәр бүлегендә хеҙмәт һала. «Атайым ҡустым менән мине үҙ өлгөһөндә тәрбиәләп, теүәл, ғәҙел булырға, спортты яратырға өйрәтте. Бәләкәйҙән үк уға оҡшарға тырышып үҫтем, шуға күрә закон һағында тороусы һөнәрен һайланым», – ти Гөлнара. Улдары Фаил Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста уҡый. Алтаповтар мул тормошта йәшәп, уны үҙ тырышлыҡтары менән булдыралар. Йорттары әллә ҡайҙан балҡып тора, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Әйтергә кәрәк, Фәнүсә һәм Фәнил Алтаповтар «Иң үрнәкле хужалыҡ» район конкурсында еңеү яулаған.
Һәр йылды тип әйтерлек 15 февраль көндәрендә Фәнил Фәтхлислам улы дуҫтары менән осраша, осһоҙ-ҡырыйһыҙ сүл-ҡом илендә күргән-кисергәндәрен тетрәнеп иҫкә ала. Уларның яралары мәңге төҙәлә торған түгел. Шуға ла әфғанлыларҙың теләктәре бер – ундай ҡан ҡойоштар ҡабатлана күрмәһен, әсәләр ғәзиздәрен яу ҡырында юғалтмаһын...
Читайте нас: