САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Февраль 2020, 17:29

Балаларға – күстәнәс

Яуғир-интенационалисттарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан «Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы тарафынан Исәмәт балалар социаль приютына барып, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡыҙҙар, малайҙар менән осрашыу матур традицияға әүерелде. Ағымдағы йылда ла улар әлеге башланғысҡа тоғро калып, ««Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, отставкалағы полиция подполковниғы Фларис Нурлығаянов, уның ағзалары хәрби майор Рәҙиф Маннапов, Илдар Ғабдрахимов, Рәсәй ДОСААФтың Илеш районындағы бүлексәһе рәйесе Рәҙиф Шәйхәйҙәров приютта балалар менән осрашты. Улар афғансыларҙҙың үҙҙәре тураһында һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе. Ҡыҙҙар, малайҙар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, тасуири итеп шиғыр һөйләне, матур йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Килгән ҡунаҡтар сабыйҙарға тәмле күстәнәстәр, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары һалынған пакет тапшырҙы. Осрашыу бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: