САРМАНАЙ
-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Февраля 2020, 08:15
Бөрө ҡалаһында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың сираттағы йыллығына бағышланған фестивале «Рәсәйҙең саңғы юлы» сиктәрендә республика ярыштары үтте.
Беҙҙең район данын 1-се урта мәктәп уҡыусылары Алмаз Ғәлиев, Тимур Яҡупов, Әмир Сәфәров, Владимир Быков һәм «Йәш спецназсы» түңәрәге етәксеһе Павел Кулинцевтан торған команда (тренер Айҙар Сәйетов) яҡланы.
Беҙҙең егеттәр лайыҡлы сығыш яһаны. А. Ғәлиев – беренсе, Т.Яҡупов – икенсе урындарҙы яуланы. А. Сәфәров ун ике-ун дүрт йәшлек үҫмерҙәр төркөмөндә маҡтау пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
В.Быков ун биш-ун ете йәшлек егеттәр араһында бронза миҙал алды.
Читайте нас