Әлшәй районында А.В.Тарасов исемендәге «Алтын алҡа» клубының ун дүрт-ун биш йәшлек хоккейсылары республика финал ярыштарында иң көслө команданы асыҡланы. Унда Әлшәй, Бишбүләк, Кушнаренко, Өфә һәм Шишмә райондары, Благовещен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларының муниципаль һәм төбәк этаптарында еңгән һәм призлы урындарҙы алған командалары ҡатнашты.
Һәр уйын көслө барҙы. Беҙҙең райондың «Кристалл» командаһы ҙур оҫталыҡ күрһәтеп, еңеүсе булды. Йәш хоккейсыларыбыҙ әлеге хоккей сезонында ике тапҡыр республика чемпионы исемен яуланы. Уларҙы спорттағы юғары ҡаҙаныштары менән ихлас тәбрикләйбеҙ, Салауат һәм Сочи ҡалаларында үтәсәк Бөтә Рәсәй финал ярыштарында уңыштар теләйбеҙ.