САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2020, 18:43

Тулҡынландырғыс осрашыу булды

15 февраль көнөндә илдә билдәләнгән совет ғәсҡәрҙәренең сикләнгән контингентын Әфғанстандан сығарыуға 31 йыл тулыу алдынан Иҫке Ҡалмаш ауыл моделле китапханаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы рәйесе А.Ө.Сәлимгәрәйева менән берлектә райондың яугир-интернационалсылары менән осрашыу үткәрелде. “Әфғанстан – йөрәктәрҙә мәңге төҙәлмәҫ яра” тип исемләнгән был тулҡынландырғыс сарала әлеге ваҡытта Иҫке Ҡалмаш дауаханаһының стационар бүлегендә сәләмәтлектәрен нығытҡан яугирҙәр ҡатнашты. Осрашыуҙа булыусылар ҙур иғтибар менән интернационалсы-яугирҙәрҙең район ойошмаһы рәйесе Йәүит Хәбибуллиндың сығышын тыңланылар. Яугир ветеран хеҙмәттәштәренең – йәп-йәш һалдаттарҙың батырлығы, рух ныҡлығы тураһында һөйләне, улар тураһындағы яҡты иҫтәлекте һаҡларға өндәне. Осрашыуҙа Ватан алдындағы хәрби бурыстарын утлы Әфған ерендә үтәгән яугир райондаштарҙы искә алдылар. Сараның йөкмәткеһе “Әфғанстан – йөрәк яраһы” презентацияһы менән байытылды. Хәрби бурысты үтәгәндә һәләк булған яҡташтарҙы бер минутҡа тын ҡалып искә алдылар. Сара барышында ветерандар ул утлы йылдар тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, иңгә-иң ҡуйып дошмандарға ҡаршы көрәшкән дуҫтары тураһында һөйләнеләр. Улар сараны ойошторыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бындай осрашыуҙар киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәгенә өмөтләнеүҙәрен әйттеләр. Осрашыу ахырында ветерандарға “Намыҫ. Хәтер. Туғанлыҡ” тип исемләнгән буклеттар һәм истәлекле бүләктәр тапшырылды.

Зөлфиә Сәбғиәнова,

китапханасы.
Читайте нас: