САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2020, 18:41

Моңһөйәрҙәр бәйгеһе үтте

Күптән түгел Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йортонда “Моңдар инһен һәр бер күңелгә” тип исемләнгән гармунсылар һәм йырсылар конкурсы үткәрелде. Уны синыфташтар Рәғит Сөләймәнов менән Резеда Тимофеева ойошторҙо. Рәғит Рәшит улы инде байтаҡ йылдар дауамында ауыл халҡы өсөн байрамдар ойоштороп, ҡалмашбаштарға күңелле ял сәғәттәре бүләк итә. Ул башҡаланан сәхнә оҫталарын саҡырып үткәргән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Тау байрамы” кеүек күләмле сараларҙы ауыл халҡы әле лә һоҡланып, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп иҫкә ала. Ә был юлы ул яҡташтары өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ байрам – гармунсылар һәм йырсылар бәйгеһен ойошторҙо. Унда ҡалмашбаштар ғына түгел, яҡын-тирәләге Сәүәҙебаш, Түреш, Күзәй, Үрнәк, Йомаш ауылдарынан һәм район үҙәгенән килеүсе моңһөйәрҙәр ҙә – барлығы 38 кеше ҡатнашты. Конкурстанттарҙың иң кесеһе – 9, иң өлкәне 82 йәшлек булды.

Бәйгенең төп шарты – үҙең гармунда уйнап йырлау. Бында бик тә сәләтле кешеләр һынау тотто. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек ҙур тәжрибәгә эйә, күбеһе бала саҡтарынан уҡ был инструментта уйнарға өйрәнеп, уға өлкәнәйгәнсе тоғро ҡалған. Һәр сығыш үҙенсәлекле булыуы, бер-береһен ҡабатламауы менән һоҡландырды. Сәхнә тотоусыларҙың һәр ҡайһы был моң байрамына үҙ күңел биҙәктәрен, йөрәк йылыһын да өҫтәне кеүек.

Шуға ла жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел булмағандыр, мөғайын. Дипломдар һәм бүләктәр өс номинация буйынса тапшырылды. Улар профессиональ һәм үҙешмәкәр гармунсыларға, шулай уҡ йырсыларға айырып тапшырылды.

Гран-приға Сәүәҙебаш ауылынан Зиннур Хажиәхмәтов лайыҡ тип табылды. Ул тамашасыларҙы оҫталығы менән әсир итте. Конкурста ҡатнашҡан башҡа моңһөйәрҙәргә лә грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Байрам бер тында тиерлек, тамашасыларҙың көслө алҡыштары менән үтте.

Римма Шәрипова,

мәҙәниәт йорто етәксеһе.
Читайте нас: