САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2020, 17:37

“Мәскәү бәйгеһе”ндә Башҡортостан газ транспортсылары еңеү яуланы

Көтөп алынған «Мәскәү дерби»йы башҡорт газ транспортсыларының еңеүе менән тамамланды. «Газпром трансгаз Уфа» командаһы «Российская пресса» уйынсыларын 7:4 иҫәбе менән еңде.
Мәскәү ауылы бер көнгә спорт журналистарының, программалар алып барыусыларҙың, комментаторҙарҙың, хоккей командаларының һәм ошо спорт төрөн яратыусыларҙың мәккәһенә әүерелде.
Идәптә беренсе булып унаљтар командаһы асты. Газ транспортсылары ла оҙаҡ көттөрмәне. Ярышташтарҙың ҡапҡаһына шайбаны берҙән бер гүзәл зат Юлиә Голованова индерҙе. Уға шулай уҡ капитан һәм команда һаҡсыһы вазифаһы йөкләтелгән, был вазифаны ул «отлично» ға башҡара. «Боҙға сыҡҡас, ир-егеттәр менән бер рәттән уйнауымды онотам – уйын бер дәрәжәлә бара »,– тип һөйләй Юлиә.
Өсөнсө осор ике команда өсөн дә хәл иткес булды. Ысын ярыш башланды – уйынсыларҙың һис кенә лә өҙтөнлоктө ҡулдан ысҡындыраһы килмәне. Ләкин уңыш осрашыу хужаларына йылмайҙы.
Осрашыу ҡыҫаларында спорт һәм журналистика йондоҙҙары Дүртөйлө, Асҡын, Тәтешле һәм Балтач райондары йәш хоккейстары менн уйнаны. Йәш спортсылар боҙҙа легендар уйынсылар һәм спорт эксперттары менән осрашты, ҡапҡаға шайба индерү, боҙҙа дөрөҫ хәрәкәт итеү алымдарын өйрәнде, күп кенә профессионал серҙәргә төшөндө.
«Бынан да бәрәкәтлерәк яҡты осратҡаныбыҙ юҡ, һәр йыл һайын ҙур теләк менән һеҙгә ҡунаҡҡа киләбеҙ»,– тип билдәләне хоккей эсперты, донъя чемпионы, Олимпия уйындарының бронза призеры Андрей Николишин. Мәскәү ауылында йәшәүселәрҙең нисек аталыуҙары тураһындағы һорау менән «Беренсе канал» комментаторы Антон Верницкий: «Беҙ – мәскәүлеләр, ә һеҙ?» – тип тамашасыларға мөрәжәғәт итте. Әлбәттә, улар кеүек үк мәскәүлеләр!
Социаль селтәрҙәрҙәге «Российская пресса» командаһы менән осрашыуға әҙерлек турындағы роликтар әлеге матчта сиселеш тапты. Ролик геройы 82 йәшлек Гөлфая Ғобәева команда капитаны Денис Казанскийға хоккей командаһы уйынсыһыныњ бәхетле –79 һандары менән йөн ойоҡбаш бүләк итте.
Матчта ҡатнашҡан «Салауат Юлаев»тың элекке тренеры Андрей Зюзин, бындай саралар спортҡа мөхәббәт тәрбиәләй, тип билдәләнне.
Читайте нас: