САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль 2020, 17:59

Йәштәр әүҙемлек күрһәтә

11 февраль көнөндә район мәҙәниәт йортоның конференциялар залында “Йәштәр территорияһы” форумы үтте. Сарала райондың мәҙәниәт, мәғәриф өлкәһендә эшләүсе һәм район үҙәге мәктәптәрендә белем алыусы, волонтерлар хәрәкәтенең актив ағҙалары булған сәләтле, әүҙем йәштәре ҡатнашып, беҙҙең ерлектә тормошҡа ашырып була торған социаль йүнәлешле проекттар тәҡдим итте.

Улар буйынса фекер алышыуҙарҙа эксперттар – муниципаль район Советы ҡаршындағы Йәштәр советы рәйесе А.И.Нәбиева, муниципаль район хәкимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе И.Ф.Ғәлләмов, Саҡмағош үҙәк биләмә-ара китапханаһы директоры Э.Ә.Ғәзизова, район мәҙәниәт йорто директорының ижади эшсәнлек буйынса урынбаҫары, муниципаль район Советы ҡаршындағы Йәштәр советы ағҙаһы Д.И.Мансуров ҡатнашты.

Форум барышында сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинектәре сикле булған балаларҙы йәмғиәт тормошона йәлеп итеү, быйыл йәй республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналған йәштәр фольклор хәрәкәтен төзөү, социаль йүнәлешле эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бейеү майҙансығы булдырыуға ҡағылышлы проекттар тикшерелде.
Читайте нас: