САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль 2020, 18:52

Илештәр һынатманы!

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында төнъяҡ-көнбайыш зона мәктәп командалары араһында «Баласаҡтың хәүефһеҙ юлдары» юл хәрәкәте хәүефһаҙлеге ҡағиҙәләре буйынса КВНдың ярым финалы үтте. Илеш данын Түбәнге Йәркәй лицейы уҡыусыларыннан торған «АвтоГен» командаһы ағзалары һәм уларҙың етәкселәре: ЮХХДИ бүлексәһенең пропаганда буйынса инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Г.Әлтәпова, уҡытыусы Д.Биктимиров яҡланы. Уҡыусылар конкурстың барлыҡ этаптарын уңышлы үтеп, икенсе урын яуланы. Улар Дипломдар һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
Читайте нас: