12 февралдә Балалар ижад үҙәгендә “Йәштәр территорияһы” форумы сиктәрендә Дөйөм Рәсәй “Еңеү волонтерҙары” хәрәкәте эшсәнлегенә арналған сара үтте. Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторған был сараға гимназия һәм Саҡмағош беренсе урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Тәүҙә улар Еңеү волонтерҙары Дөйөм Рәсәй ирекмәндәр корпусы һәм районыбыҙҙың “Беҙ бергә!” волонтерҙар хәрәкәтенең эшсәнлеге тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышты. Арытабан уҡыусыларға Рәсәйҙә быйыл билдәләнәсәк Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек ҡыҫаларында үҙебеҙҙең районда үткәрергә мөмкин булған саралар проекттарын булдырырға тәҡдим ителде. Форумда ҡатнашыусы егеттәр-ҡыҙҙар ике командаға бүленеп “Район каһармандары” һәм “Хәтерне һаклайыҡ” проекттары буйынса үҙ тәҡдим-фекерҙәрен еткерҙеләр.