Был уйын “Следж райондарға бара!” социаль проекты һәм Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбиров грантын бойомға ашырыу барышы сиктәрендә үтте. Әлеге проект ошо спорт төрөнең реабилитация мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған граждандарҙы спортка йәлеп итеү маҡсаты менән ойошторолдо.