М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында 9-11 кластар өсөн физик культура буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы уҙып, республика райондарынан һәм ҡалаларынан барлығы 124 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Үрге Йәркәйҙәге дүртенсе урта мәктәптең 11 класс уҡыусыһы Лиана Солтанова (уҡытыусыһы Г.Фәйәҙова) – еңеүсе, беренсе гимназияның 11класс уҡыусыһы Руслан Тимербаев (Ф.Яһүҙин) призер булды.