САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:10

Республика бәйгесенә кушылдылар

Горький ауыл биләмәһенең Сәйет ауылы халҡы граждандар йыйынында «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу тураһында ҡарарға килделәр. Был социаль әһәмиәтле проект башланғысы менән «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаған ине.
Сәйетлеләр бәйгенең муниципаль этабында ауылдарын лайыҡлы күрһәтеп, еңеүсе булды. Хәҙер инде үҙҙәрен республика күләмендә танытырға йыйыналар.
Ошо ваҡиғаға бағышлап, байрам үткәрелде. Байрам ауыл клубында шығырым тулы залда үтте.
Ҡунаҡсыллыҡ, ихлас ҡабул итә, һыйлай белеүҙәрен сәйетлеләр музыкаль сығыш, таҡмаҡ, шаян һүҙҙәр менән раҫланы.
Сараның төп йомғағы – сәйетлеләр эскеселеккә ҡаршы. Улар башҡаларҙы ла сәләмәт тормош рәүеше алып барырға өндәй.
Читайте нас: