САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 11:39

“Рәсәйҙең саңғы юлы” берләштерҙе

Шәмбе, 8 февраль көнөндә, XXXVIII Дөйөм Рәсәй массакүләм “Рәсәйҙең саңғы юлы-2020” уҙышы булды. Был ил күләмендәге спорт байрамына һәр йылдағыса, беҙҙең райондаштар ҙа әүҙем кушылды. Олоһон-кесеһен сәләмәт тормош рәүешен алып барыуға йәлеп иткән бындай бәйгеләр бөтә ауыл биләмәләрендә лә ойошторолдо. Саҡмағош ауыл Советы ауыл биләмәһендә “Рәсәйҙең саңғы юлы-2020” ярышы Саҡмағош-Яңы Балтас юлы буйындағы трассала үткәрелде. Сарала төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған 240 кеше ҡатнашты.
Читайте нас: