САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 14:07

Проектта – агросәнәғәт паркы

Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә биш инвестиция проекты ҡаралды.
«Сармат» агросәнәғәт паркы булдырыу тураһындағыһы – уларҙың иң ҙурыһы. Ул ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге продукция ҡабул итеү, эшкәртеү һәм сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Паркты Субай ауылына яҡын «Волга»-М7 автомагистрале буйында төҙөү планлаштырыла. Әлегә ер участогы һайлап алынған, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән килешеү, башҡа саралар үткәрелә.
Шулай уҡ ҡурай еләге үҫтереү буйынса еләк-емеш баҡсаһына нигеҙ һалыу, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу логистика үҙәге, столяр цехы һәм сауҙа-күргәҙмә комплексы, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы асыу тураһында проекттар тикшерелде.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин тейешле бүлектәргә һәм белгестәргә ҡарап үтелгән инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Читайте нас: